TR  |  EN  |  RU
turkey turkey   azerbaijan kazakhstan kyrgyzstan turkmenistan uzbekistan kktc qha TAT BAŞQ
Ana Sayfa
Birlik Hakkında
Üye Haber Ajansları
Bildiri
Başkanın Mesajı
Tüzük
Haberler



Республикалағы һайлау участкалары өсөн 3000 видеокамера ҡайтарылды
Башҡортостан, "Башинформ", 30 ғинуар 2012.

Башҡортостанға һайлау участкаларында ҡуйыласаҡ видеокамералар тейәлгән ике фура килде. Видеокүҙәтеү өсөн йәмғеһе 3 меңгә яҡын программа-аппарат комплекстары ҡайтарылған. Был турала «Башинформ» агентлығына «Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәте вәкиле Рушан Кирәев хәбәр итте.

— Беренсе машина кисәнән алда килде, икенсеһе – бөгөн иртән, — тине ул. — Яҡын арала тағы бер нисә партия видеокамераларҙың ҡайтарылыуы көтөлә.

Бөтә видеокамералар ҙа алдан һынау үтәсәк. Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы менән килешеү буйынса улар һайлау участкаларында февраль башында ҡуйыласаҡ. Февраль урталарында видеокамераларҙы һынау режимында эшләтеү планлаштырыла.

Федераль президент һайлауҙары алдынан республикалағы бөтөн һайлау участкалары ла видеокүҙәтеү комплекстары менән тәьмин ителәсәк. Беҙҙең төбәккә SITRONICS һәм Kraftway маркаһындағы камералар ҡайтарыла.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, РФ Хөкүмәте рәйесе Владимир Путин һайлау һөҙөмтәләрен боҙоп күрһәтеүҙә ғәйепләмәһендәр өсөн РФ Финанс министрлығы менән РФ Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығына һайлау участкаларының барыһында ла веб-камералар ҡуйырға ҡушты (95 мең самаһы). Владимир Путиндың бойороғона ярашлы, камералар һайлау участкаларындағы һәм тауыш биреү барышындағы, шулай уҡ тауыштарҙы иҫәпләү дауамындағы хәлдәрҙе реаль ваҡыт режимында күрһәтергә тейеш. Һайлауҙарҙан һуң, Путин фекеренсә, видеокамераларҙы һайлау участкалары урынлаштырылған социаль учреждениеларҙың ихтыяжында файҙаланыу маҡсатҡа ярашлы буласаҡ. Ил буйынса был проектты тормошҡа ашырыуға дөйөм алғанда 10-дан 15 миллиард һумға тиклем аҡса тотоноласаҡ, тип күҙаллана.

Владимир Путин йәнә интернеттағы махсус майҙансыҡта һайлау участкаларынан видеотапшырыу алып барыу проекты буйынса тәҡдимдәр урынлаштырырға ҡушты. Уларҙың нигеҙендә һөҙөмтәһе һәм финанс сығымдары буйынса иң ҡулай вариант һайлап алынасаҡ.

http://www.bashinform.ru/bash/429764/

 
  TKA 2008