TR  |  EN  |  RU
turkey turkey   azerbaijan kazakhstan kyrgyzstan turkmenistan uzbekistan kktc qha TAT BAŞQ
Ana Sayfa
Birlik Hakkında
Üye Haber Ajansları
Bildiri
Başkanın Mesajı
Tüzük
Haberler



Başqırdıstan
Башҡортостан бизнесмендары Төркиәлә Рәсәй туристары өсөн кеүәҫ етештерә
Башҡортостан, "Башинформ", 6 февраль 2012.

Анталия ҡалаһында (Төркиә) халыҡ-ара эсемлектәр күргәҙмәһе үтте, унда Башҡортостандың «Учалы-һөт» компанияһы ла ҡатнашты. Ул Анталияла кеүәҫ етештереү менән шөғөлләнә.

2011 йылда Анталияла «Квас Гыда Л.Т.Д.Шти» компанияһы эшләй башланы, эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше – эсемлектәр етештереү.

— Төркиә Республикаһында «Квас Гыда» компанияһының кеүәҫ һәм лимонад етештереүе Башҡортостан менән Төркиә араһындағы ике яҡ өсөн дә файҙалы хеҙмәттәшлектең матур өлгөһө булып тора. Продукцияны нигеҙҙә Анталия курорттарында ял итеүсе Рәсәй туристары һатып ала, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Башҡортостандың Төркиәләге вәкиле Каншаубий Мизиев.

Анталияла алкоголһеҙ эсемлектәргә ҡунаҡханалар, ресторандар һәм кафелар заказ бирә. Етештереү күләме ағымдағы йылда 6000 тонна тәшкил итергә тейеш. 2014 йылда кеүәҫ һәм лимонад етештереү күләме 50000 тоннаға етәсәк, тип көтөлә.

http://www.bashinform.ru/bash/431935/
 
РФ Мәҙәниәт министрлығы менән ТӨРКСОЙ үҙ-ара аңлашыу тураһында меморандумға ҡул ҡуйҙы
Башҡортостан, "Башинформ", 6 февраль 2012.
Үткән кесе йомала Мәскәүҙә Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығы менән Халыҡ-ара төрөк мәҙәниәте ойошмаһы араһында үҙ-ара аңлашыу тураһында меморандумға ҡул ҡуйылды. Билдәле булыуынса, 1993 йылда булдырылған ТӨРКСОЙ Халыҡ-ара ойошмаһы составына күҙәтеүселәр статусында Рәсәй Федерацияһы субъекттарының алты мәҙәниәт министрлығы инә: Башҡортостан Республикаһы, Татарстан Республикаһы, Алтай Республикаһы, Тыва Республикаһы, Хакасия Республикаһы һәм Саха (Яҡут) Республикаһы. Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының ТӨРКСОЙ-ҙағы вәкиле Әхәт Сәлихов фекеренсә, меморандумға ҡул ҡуйыу Рәсәй Федерацияһы субъекттары менән ТӨРКСОЙ Халыҡ-ара ойошмаһы араһында бәйләнештәрҙе көйләүгә, шулай уҡ мәҙәниәт, сәнғәт, фән һәм мәғариф өлкәләрендә  бәйләнештәрҙе үҫтереүгә һәм нығытыуға булышлыҡ итәсәк.
http://www.bashinform.ru/bash/431968/
 
Республикалағы һайлау участкалары өсөн 3000 видеокамера ҡайтарылды
Башҡортостан, "Башинформ", 30 ғинуар 2012.

Башҡортостанға һайлау участкаларында ҡуйыласаҡ видеокамералар тейәлгән ике фура килде. Видеокүҙәтеү өсөн йәмғеһе 3 меңгә яҡын программа-аппарат комплекстары ҡайтарылған. Был турала «Башинформ» агентлығына «Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәте вәкиле Рушан Кирәев хәбәр итте.

— Беренсе машина кисәнән алда килде, икенсеһе – бөгөн иртән, — тине ул. — Яҡын арала тағы бер нисә партия видеокамераларҙың ҡайтарылыуы көтөлә.

Бөтә видеокамералар ҙа алдан һынау үтәсәк. Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы менән килешеү буйынса улар һайлау участкаларында февраль башында ҡуйыласаҡ. Февраль урталарында видеокамераларҙы һынау режимында эшләтеү планлаштырыла.

Федераль президент һайлауҙары алдынан республикалағы бөтөн һайлау участкалары ла видеокүҙәтеү комплекстары менән тәьмин ителәсәк. Беҙҙең төбәккә SITRONICS һәм Kraftway маркаһындағы камералар ҡайтарыла.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, РФ Хөкүмәте рәйесе Владимир Путин һайлау һөҙөмтәләрен боҙоп күрһәтеүҙә ғәйепләмәһендәр өсөн РФ Финанс министрлығы менән РФ Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығына һайлау участкаларының барыһында ла веб-камералар ҡуйырға ҡушты (95 мең самаһы). Владимир Путиндың бойороғона ярашлы, камералар һайлау участкаларындағы һәм тауыш биреү барышындағы, шулай уҡ тауыштарҙы иҫәпләү дауамындағы хәлдәрҙе реаль ваҡыт режимында күрһәтергә тейеш. Һайлауҙарҙан һуң, Путин фекеренсә, видеокамераларҙы һайлау участкалары урынлаштырылған социаль учреждениеларҙың ихтыяжында файҙаланыу маҡсатҡа ярашлы буласаҡ. Ил буйынса был проектты тормошҡа ашырыуға дөйөм алғанда 10-дан 15 миллиард һумға тиклем аҡса тотоноласаҡ, тип күҙаллана.

Владимир Путин йәнә интернеттағы махсус майҙансыҡта һайлау участкаларынан видеотапшырыу алып барыу проекты буйынса тәҡдимдәр урынлаштырырға ҡушты. Уларҙың нигеҙендә һөҙөмтәһе һәм финанс сығымдары буйынса иң ҡулай вариант һайлап алынасаҡ.

http://www.bashinform.ru/bash/429764/

 
Башҡортостан «Оло Волга» проектында ҡатнашыусы төбәктәр иҫәбенә инде
Башҡортостан, "Башинформ", 20 ғинуар 2012.
«Оло Волга» туристик бренды Волга йылғаһы ағып ятҡан Рәсәй Федерацияһы төбәктәрен берләштерә. 2008 йылда Ульяновск, Һамар өлкәләре һәм Татарстан Республикаһы араһында туризм өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылғайны. 2009 йылда килешеүгә Сыуашстан Республикаһы һәм Мари Иле, Һарытау, Пенза һәм Нижегород өлкәләре ҡушылды. Социаль туризм мәсьәләләре буйынса Бөтә Рәсәй форумы (2011 йылдың 15-16 декабре) сиктәрендә килешеүҙә ҡатнашыусылар исемлегенә Башҡортостан Республикаһы ла ҡушылды.

Был өлкәлә хеҙмәттәшлек итеү төбәктә круиз туризмын үҫтереүгә, күрше өлкәләрҙән килеүсе туристар һанын арттырыуға, өҫтәмә туристик маршруттар булдырыуға булышлыҡ итәсәк. Килешеү республиканың Ағиҙел һәм Кама йылғалары буйында урынлашҡан ҡалаларына туристик өлкәне һәм ғөмүмән иҡтисадты үҫтереү өсөн өҫтәмә мөмкинлектәр асасаҡ. Был тәү сиратта Өфө, Бөрө ҡалаларына, Николо-Березовка ауылына ҡағыла, тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты матбуғат хеҙмәте.

http://www.bashinform.ru/bash/427244/
 
Республика Михаил Нестеровтың тыуыуына 150 йыл тулыуҙы билдәләүгә әҙерләнә
Башҡортостан, "Башинформ", 20 ғинуар 2012.
Республика Хөкүмәте йортонда билдәле рус рәссамы, Башҡорт дәүләт художество музейына нигеҙ һалыусы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Михаил Васильевич Нестеровтың тыуыуына 150 йыл тулыуҙы билдәләүгә әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса кәңәшмә үтте.

Быйыл 31 майҙа билдәле яҡташыбыҙҙың тыуыуына 150 йыл туласаҡ. Үткән йылдың авгусында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов юбилейҙы үткәреү буйынса Указға ҡул ҡуйғайны.

Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов үткәргән кәңәшмәлә юбилейға бәйле төп саралар, Башҡорт дәүләт художество музейы бинаһын реконструкциялау һәм Өфөлә Нестеров исемен мәңгеләштереү мәсьәләләре тикшерелде.

Рәссамдың тыуған көнөнә Ленин урамы, 14/16 адресы буйынса урынлашҡан йортта рәссамдың барельефы менән мемориаль таҡтаташ асыу тантанаһы планлаштырыла. Элек был урында рәссам йәшәгән йорт булған.

Сентябрҙә Өфөлә бер нисә юбилей сараһы үткәреләсәк, Асыҡ республика балаларҙың художестволы ижады конкурсына йомғаҡ яһаласаҡ. 

Төп саралар башланыуға Ленин урамы менән Ибраһимов бульвары киҫешкән урында «Нестеров скверы» ял зонаһы төҙөкләндереләсәк. Алдағы йылдарҙа шулай уҡ Өфө урамдарының береһенә Нестеров исемен биреү, бөйөк рус рәссамына һәйкәл ҡуйыу планлаштырыла, тип хәбәр иттеләр республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.

http://www.bashinform.ru/bash/427226/
 
<< Başlat < Önceki 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 Sonraki > Son >>

Sayfa 2 > 31
  TKA 2008