TR  |  EN  |  RU
turkey turkey   azerbaijan kazakhstan kyrgyzstan turkmenistan uzbekistan kktc qha TAT BAŞQ
Ana Sayfa
Birlik Hakkında
Üye Haber Ajansları
Bildiri
Başkanın Mesajı
Tüzük
Haberler



Başqırdıstan
Республикала ислам динен йәнә 35 кеше өйрәнә аласаҡ
Башҡортостан, "Башинформ", 23 август 2011 йыл.

Быйыл Башҡортостанда 35 кеше ислам динен ныҡлап өйрәнә башлаясаҡ. Имтихандарҙы уңышлы тапшырып, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының Рәсәй ислам университеты юғары уҡыу йорттарына шул саҡлы кеше уҡырға ингән.

Университеттың Өфө филиалына 24 егет уҡырға ингән. Ҡыҙҙар иһә Туймазыла «Ихлас» ҡатын-ҡыҙҙар мәҙрәсәһендә айырым белем аласаҡ. Улар өсөн алдан рус телен, Рәсәй тарихын һәм Ислам дине нигеҙҙәрен өйрәнеү буйынса әҙерлек курстары ойошторолған. Курстар сиктәрендә шулай уҡ Туймазы буйлап экскурсия ла үткәрелгән. Курсҡа йөрөгән 15 ҡыҙ араһынан 11-е уҡырға ингән.

http://www.bashinform.ru/bash/388716/

 
Башҡорт дәүләт академия драма театры коллективы Ураҙа байрамын тамашасылары менән ҡаршылаясаҡ
Башҡортостан, "Башинформ", 23 август 2011 йыл.

Йәйге отпускыларҙан һуң Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры йәнә эшкә тотондо. Тамашасылар менән тәүге осрашыу 30 августа — мосолмандар өсөн изге Ураҙа байрамында буласаҡ. Был көндө театр сәхнәһендә байрамға бағышланған тамаша үткәреләсәк, унда театрҙың барлыҡ артистары ла ҡатнашасаҡ.

Концерттан тыш театр хеҙмәткәрҙәре репетицияларҙы әүҙем үткәрә — яңы миҙгелдә театр һөйөүселәрҙе байтаҡ премьералар көтә. Шулай итеп, театрҙың баш режиссеры Айрат Әбүшахмановтың Мостай Кәрим трагедияһы буйынса «Ай тотолған төндә» спектаклен әҙерләүе, ә уның хеҙмәттәше Арыҫлан Йәнбәковтың «Хазина» (Салауат Әбүзәр) пьесаһы өҫтөндә эшләүе билдәле.

Театрҙың яңы миҙгелен асыу 23 сентябргә планлаштырылған.

http://www.bashinform.ru/bash/388738/
 
Башҡортостан Хөкүмәтендә Дәүләт милке менән идара итеү буйынса федераль агентлыҡ етәкселеге менән осрашыү үтте
Башкортостан, 18 август, Башинформ. фөлә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтовтың Дәүләт милке менән идара итеү буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе урынбаҫары Павел Потапов менән осрашыуы үтте. Осрашыу барышында республикала ер һәм милек мәсьәләләрен хәл итеүҙә яҡтарҙың үҙ-ара тығыҙыраҡ эшләүе тураһында килешеүгә өлгәшелде. Атап әйткәндә, федераль ерҙәрҙең бер өлөшөн республиканың торлаҡ төҙөлөшө программаһына йәлеп итеү күҙ уңында тотола. Йәнә бер федераль орган – Федераль Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереүгә булышлыҡ итеү фонды – торлаҡ төҙөлөшөнә, шул иҫәптән уларҙы комплекслы үҙләштереүгә тәғәйенләнгән ер участкалары баҙарын үҫтереүҙә ярҙам итәсәк.Торлаҡ төҙөлөшө өсөн бүленгән ер участкаларын һатыуҙан алынған килем республика бюджетына һәм муниципаль берәмек бюджеттарына тигеҙ нисбәттә йүнәлтеләсәк. Осрашыуҙа вице-премьерҙар Илшат Тажетдинов һәм Әнүәр Мәхмүтов ҡатнашты, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
 
Республика делегацияһы Бишенсе Бөтә донъя украиндар форумында ҡатнашасаҡ
Башкортостан, 18 август, Башинформ. Башҡортостан делегацияһы Бишенсе Бөтә донъя украиндар форумында ҡатнашасаҡ. Республика делегацияһы составында биш кеше иҫәпләнә. Улар араһында республикалағы «Кобзарь» милли-мәҙәни үҙәге рәйесе Владимир Дорошенко ла бар. Ул форумда «Башҡортостан — Рәсәй – Украина – 20 йыллыҡ сигендә» доклады менән сығыш яһарға ниәтләй. Республика милли-мәҙәни үҙәге рәйесе Башҡортостан вәкилдәренең был форумда даими ҡатнашыуҙарын билдәләне. Был традицион сара – дүрт йылға бер тапҡыр үткәрелә.Өс көнлөк форум эшендә донъяның төрлө илдәренән бөтәһе 300 делегат ҡатнашасаҡ — көнсығыш һәм көнбайыш диаспораларҙан һәм Украинаның үҙенән 100-әр кеше.Көн тәртибендә — делегаттар сығышы, Бөтә донъя украиндары координацион советының ғилми секциялары эше һәм уларҙа ҡатнашыусылар менән резолюция ҡабул итеү, координацион советтың рәйесен һәм идара итеү органдарын һайлау.Форум Украин бөтә донъя координацион советының юғары идара органы иҫәпләнә, ул  1992 йылда Киевта үткән I Бөтә донъя украиндар форумы ҡарары нигеҙендә булдырылған.
 
Башҡортостан бюджеты 2012 йылда социаль йүнәлешле булып ҡаласаҡ
Башкортостан, 18 август, Башинформ. 2012 йылда Башҡортостан бюджеты социаль йүнәлешле булып ҡаласаҡ. Республиканың тупланма бюджетының дөйөм күләменән дүрттән өс өлөшө хеҙмәт хаҡына, һәр төрлө пособиеларға, мәктәп, дауаханаларҙы һәм башҡаһын финанслауға бүленәсәк.   Шул уҡ ваҡытта средстволарҙың иң ҙур өлөшөн мәғарифҡа тотоноу ҡаралған — 31,3 процент. 20,2 проценты иһә — һаулыҡ һаҡлау өлкәһен (мотлаҡ медицина страховкалауын иҫәпкә алып), 12,8 проценты — социаль сәйәсәтте, 3,2 проценты мәҙәниәтте финанслауға йүнәлтеләсәк. Ағымдағы сығымдарҙың яртыһынан ашыуы эш хаҡына һәм республиканың норматив йөкләмәләрен финанслауға — граждандарға һәр төрлө социаль түләүҙәргә һәм компенсацияларға китәсәк. 2012 йылға Башҡортостан проекты бюджетын БР финанстар министры Рузалия Хисмәтуллина уҡып ишеттерҙе.  
 
<< Başlat < Önceki 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 Sonraki > Son >>

Sayfa 10 > 31
  TKA 2008