TR  |  EN  |  RU
turkey turkey   azerbaijan kazakhstan kyrgyzstan turkmenistan uzbekistan kktc qha TAT BAŞQ
Ana Sayfa
Birlik Hakkında
Üye Haber Ajansları
Bildiri
Başkanın Mesajı
Tüzük
Haberler



Başqırdıstan
Энергетика министрлығы Көнбайыш Себер – Волга буйы торба үткәргесе төҙөлөшөн хупланы
Башҡортостан, "Башинформ", 13 декабрь 2011.

Рәсәй Федерацияһының Энергетика министрлығы Көнбайыш Себер – Волга буйы торба үткәргесе төҙөлөшөн хупланы. Был хаҡта Өфөлә ИТАР-ТАСС агентлығының төбәктәге вәкилд    әре менән осрашыуҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов хәбәр итте.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан менән Татарстан торба үткәргесте төҙөүҙә инициаторҙар булып сығыш яһаны. Рөстәм Хәмитов һүҙҙәре буйынса, был мәсьәлә буйынса алға китеш бар. Рәсәйҙең Энергетика министрлығы был төҙөлөштө хупланы, тик бында дәүләт ресурстары ҡатнашмаясаҡ. Бында Рәсәй Федерацияһы бюджеты күҙ уңында тотола. Торба үткәргес инвесторҙар средстволары, шул иҫәптән федерация субъекттарының ҡайһы бер средстволары иҫәбенә төҙөләсәк.

Башҡортостан Президенты проектты тормошҡа ашырыу буйынса яҡынса эш пландары хаҡында хәбәр итте. Ике республика хөкүмәттәре, Ханты-Манси автономиялы округы, Ямал-Ненец автономиялы округы етәкселеге ҡатнашлығында Башҡортостанда йәки Татарстанда проект офисы булдырыласаҡ.

— Әле беҙ был проектты формалаштыра ғына башлайбыҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Көнбайыш Себерҙән өҫтәмә сеймал алһаҡ, Башҡортостан һәм Татарстан республикаларында, әлбиттә, нефть химияһы ныҡ ҡына үҫешәсәк.

— Был проект өсөн, әлбиттә, көрәшәсәкбеҙ, — тине Башҡортостан Президенты. – Төрлө фекерҙәр бар, әммә бөгөнгө көндә беҙгә сеймал кәрәклеген яҡшы аңлайбыҙ. Был проект тиҙ тормошҡа ашырылмаясаҡ. Бының өсөн бер-ике генә түгел, бәлки, биш-алты йыл да кәрәк булыр, әммә башларға кәрәк.

http://www.bashinform.ru/bash/419184/
 
Өфөлә көрәш буйынса милли чемпионат старт алды
Башҡортостан, "Башинформ", 13 декабрь 2011.

Башҡортостандың баш ҡалаһында көрәш буйынса Рәсәй чемпионаты һәм беренселеге старт алды.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Рәсәй Федерацияһының Милли спорт көрәше федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Көрәш һәм билбау көрәше буйынса федерацияһы уның ойоштороусылары булып сығыш яһай.

Чемпионат менән беренселектә Рәсәй Федерацияһының 28 төбәгенән 300-ләп спортсы ҡатнаша.

Призерҙар — 16-19 йәшлек егеттәр араһында — 50, 55, 60, 65, 70, 75, 80 килограмға тиклем, 80 килограмдан ашыу ауырлыҡ категорияларында; ололар (19 йәштән өлкәнерәктәр) 60, 65, 70, 75, 80, 85, 90, 100-гә тиклем һәм 100 килограмдан ашыу ауырлыҡ категорияларында билдәләнәсәк.

Ярыштарҙы асыу тантанаһында «Олимп» өлгөлө эстрада-спорт студияһы ҡыҙҙары һәм М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының  «Стардл» спорт–аэробик шоу вәкилдәре сығыш яһаны.

Спорт байрамында ҡатнашыусыларға һәм ҡунаҡтарға тәбрикләү һүҙҙәре менән БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина һәм Рәсәй Федерацияһының Милли спорт көрәше федерацияһы рәйесе Зәүҙәт Миңләхмәтов мөрәжәғәт итте. Улар батырҙарға һәм тамашасыларға келәмдә ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс көрәш теләне.

Тантананан һуң «Динамо» комплексында киң мәғлүмәт саралары өсөн матбуғат конференцияһы үтте.

Уның барышында Рәсәйҙең Көрәш федерацияһы рәйесе Зәүҙәт Миңләхмәтов был спорт төрөнөң бай тарихы һәм йолалары булыуын билдәләне. Көрәш – татар һәм башҡорт халыҡ байрамдарының мотлаҡ атрибуты. Әлеге чемпионат 2013 йылда Ҡазанда үтәсәк Универсиадаға әҙерлек этаптарының береһе булараҡ ҡабул ителә.

БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары Вячеслав Чернов көрәш буйынса ошондай мөһим турнирҙы үҙебеҙҙә үткәрергә мөмкинлек биреүҙәре өсөн рәхмәтен еткерҙе, һәм был төрҙө көрәшкә бәйле башҡа ярыштарға, шул иҫәптән, мәҫәлән, милли һәм Олимпия уйындарына индерелмәгән спорт төрҙәре буйынса бөтә донъя уйындарына индерергә кәрәклеген билдәләне.


http://www.bashinform.ru/bash/419301/
 
Төбәк райондары имамдары халыҡ араһында дини ликбез үткәрәсәк
Башҡортостан, "Башинформ", 7 декабрь 2011.

Урындарҙа белем кимәлен арттырыу маҡсатында Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Диниә назараты барлыҡ имам-мөхтәсибтәргә (райондарҙа мөфтөй вәкилдәре) даими рәүештә ағартыу эштәрен үткәрергә ҡушты.

Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Диниә назаратынан хәбәр итеүҙәренсә, саралар ислам дине тарихы һәм мәҙәниәте менән танышыуға, выждан азатлығы һәм дини ойошмалар хаҡында ҡануниәтте аңлатыуға, шулай уҡ дини кешеләр араһында кире күренештәрҙе иҫкәртеүгә йүнәлтелгән булырға тейеш. Әлеге программаларҙы тормошҡа ашырыу өсөн имамдарға белгестәрҙе йәлеп итергә тәҡдим ителде. Уҡыуҙарҙы айына кәм тигәндә бер тапҡыр үткәреү зарур.

Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назараты рәйесенең мәғариф мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Руслан Сәйәхов һүҙҙәренсә, бындай башланғыс ярҙамында белем биреү сараларын ойоштороу кимәле күтәрелергә тейеш. Имам-мөхтәсибтәр хәҙер квартал һайын Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Диниә назаратына үткәрелгән саралар тураһында отчет ебәреп торорға тейеш, унда сараның тематикаһы, үткәрелгән көнө, урыны, ҡатнашыусылар составы тураһында мәғлүмәт булырға тейеш.

http://www.bashinform.ru/bash/417450/
 
Фермер хужалыҡтарына бирелгән кредиттар күләме 70 процентҡа артҡан
Башҡортостан, "Башинформ", 7 декабрь 2011.

Быйыл өс квартал йомғаҡтары буйынса крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарына бирелгән кредиттар күләме былтырғы йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 70 проценттан ашыуға артҡан. Уларға 23,8 млрд һумға кредиттар бирелгән. Ауыл хужалығын үҫтереү дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Рәсәй Ауыл хужалығы банкы бәләкәй хужалыҡ формаларына айырым иғтибар бүлә.

Шәхси ярҙамсы хужалыҡтар хужалары 23,6 млрд һумлыҡ кредиттар алған, уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарата был 50 процентҡа күберәк. Кредитлауҙы уҙған йыл менән сағыштырғанда 36,7 процентҡа арттырып, банк Ауыл хужалығы кооперативтарына 4,1 млрд һумға кредиттар биргән.

Ауыл хужалығын үҫтереү дәүләт программаһы 2008 йылдан алып тормошҡа ашырыла. Был арала программа сиктәрендә бирелгән кредиттар күләме 1,2 трлн һумдан артып киткән.

http://www.bashinform.ru/bash/417455/
 
Республиканың иң яҡшы йәш ғаиләһе Бөрйән районында йәшәй
Башҡортостан, "Башинформ", 2 декабрь 2011.

Ҡыштың беренсе көнөндә Өфөлә 14-се «Йәш ғаилә-2011» республика конкурсының еңеүсеһе билдәләнде. Көтөп алынған финал М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында үтте. Аҙаҡҡы этапта алты пар ҡатнашты — өфөлөләр Ринат һәм Гөлсәсәк Ғатауллиндар, Күмертауҙан Салауат һәм Дилә Ғатауллиндар, Бөрйән районынан Рәмис һәм Айгиҙә Исламғоловтар, Ҡырмыҫҡалы районынан Ғайса һәм Миләүшә Ғайфуллиндар, Йәрмәкәй районынан Евгений һәм Мария Аникиндар, Октябрьский ҡалаһынан Василий һәм Татьяна Галета.

— Был залда иң сағыу ғаиләләр йыйылған, — тине Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары Руслан Ғизәтуллин, ҡатнашыусыларҙы сәләмләп. – Һеҙ Башҡортостандың төрлө район һәм ҡалалары исеменән сығыш яһайһығыҙ. Һәр берегеҙ үҙенсәлекле, әммә һеҙҙе бәхетле ғаилә тормошоноң айырып алғыһыҙ өлөшө — мөхәббәт, балалар, үҙ-ара аңлашыусанлыҡ берләштерә.

Әлеге конкурстың төп темаһы – йыһан. Ул осраҡлы түгел: 2011 йыл – илебеҙҙә Рәсәй космонавтикаһы көнө. Һәм, әлбиттә, һәр ғаилә беҙҙең икһеҙ-сикһеҙ Галактика йондоҙлоғо булып тора.

Йәш, талантлы, бәхетле, перспективалы – жюри ағзалары һәр ғаиләгә шундай характеристика бирҙе. Баһа биреү һәр саҡ ауыр, ә үтә сағыу ғаиләләр араһынан иң яҡшыһын һайлап алыу икеләтә ауыр, тип иҫәпләй жюри ағзалары.

Шулай ҙа конкурстың Гран-прийын алыусылар билдәләнде. Улар – Бөрйән районынан Исламғоловтар ғаиләһе. Рәмис Әнүәр улы менән Айгиҙә Вәлит ҡыҙы биш йыл бергә йәшәй. Уларҙың дүрт йәшлек ҡыҙҙары Элина үҫеп килә, үҙенең музыкаль һәм бейеү оҫталыҡтары менән ул береһен дә битараф ҡалдырманы.

— Беҙ Өфөлә студент булған саҡта таныштыҡ, Салауат Юлаев һәйкәле эргәһендә саф һауала йөрөй инек. Таныштыҡ, яратыштыҡ, шулай итеп ғаиләбеҙ ҙә тыуҙы, — тип һөйләй ғаилә башлығы.

Исламғоловтар жюри ағзаларын үҙҙәренең тәбиғилеге һәм әртистәргә хас оҫталыҡтары менән хайран ҡалдырҙы.

— Еңергә бик тә теләгән инек, — тип һөйләй Айгиҙә. – Тәүҙә ҡаушаныҡ, әлбиттә. Әммә хәҙер, барыһы ла артта ҡалғас, беҙ бәхетле.

Уларҙың ныҡлы ғаилә сере бер-береңде аңлауҙа, ихлас булыуҙа, оптимизмда.

— Тик алға ғына барырға, төшөнкөлөккә бирелмәҫкә, яратырға, сабыр булырға, бер-береңде тыңлай һәм ишетә белергә, ғәфү итергә — шул саҡта барыһы ла килеп сығасаҡ, — тип иҫәпләй йәш ғаилә.


http://www.bashinform.ru/bash/416284/
 
<< Başlat < Önceki 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 Sonraki > Son >>

Sayfa 5 > 31
  TKA 2008