TR  |  EN  |  RU
turkey turkey   azerbaijan kazakhstan kyrgyzstan turkmenistan uzbekistan kktc qha TAT BAŞQ
Ana Sayfa
Birlik Hakkında
Üye Haber Ajansları
Bildiri
Başkanın Mesajı
Tüzük
Haberler



Başqırdıstan
Башҡортостан – Рәсәйҙә халыҡ иҫәбе буйынса етенсе урында
Башҡортостан, "Башинформ", 28 декабрь 2011.

Башҡортостанда, 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу менән сағыштырмаса, халыҡ иҫәбе 32 мең кешегә кәмегән. Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәте 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға тәүге йомғаҡ яһаны.

2010 йылдың 14 октябренә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостан Республикаһында даими йәшәүсе халыҡ иҫәбе 4072292 кеше тәшкил итә. Мәскәү (11503,5 мең кеше), Мәскәү өлкәһе (7095,1 мең кеше), Краснодар крайы (5226,6 мең кеше), Санкт-Петербург (4879,6 мең кеше), Свердловск өлкәһе (4297,7 мең кеше) һәм Ростов өлкәһенән ҡала (4278 мең кеше) Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында халыҡ иҫәбе буйынса Башҡортостан етенсе урында килә. Волга буйы федераль округында – халыҡ иҫәбе буйынса беҙ лидер.

Башҡортостанстаттан хәбәр итеүҙәренсә, халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре тураһында тулы мәғлүмәт Росстаттың рәсми сайтында (http://www.gks.ru) урынлаштырылған.

http://www.bashinform.ru/bash/421325/
 
«Салауат Юлаев» Яңы йыл алдынан изгелек акцияһын үткәрҙе
Башҡортостан, "Башинформ", 28 декабрь 2011.

«Салауат Юлаев» хоккей клубы көн элгәре Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се Республика балалар йортонда «Салауат» изгелек бүләк итә» социаль акцияһын үткәрҙе, тип хәбәр итә клубтың матбуғат хеҙмәте.

Шәмбе, 17 декабрҙә, әлеге социаль учреждение балалары «Салауат Юлаев» хоккей клубына 50 йыл тулыу айҡанлы ойошторолған байрамда ҡатнашҡайны. Хәҙер иһә хоккейсылар яуап визиты менән килде. Балалар ҡунаҡтар өсөн концерт номерҙарын күрһәтте, «юлаевсылар» уларға бүләктәр тапшырҙы. Социаль учреждение етәкселеге һорауы буйынса балалар өсөн ноутбуктар һәм цифрлы фотокамералар һатып алынған. Бынан тыш, «юлаевсылар» үҙҙәре менән татлы бүләктәр, сәкәндәр, шайбалар алып килде. Быларҙың барыһы ла уйынсыларҙың һәм тренерҙарҙың шәхси аҡсаларына һатып алынған.

-  Балаларҙы ысын күңелдән яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотлайбыҙ, — тине «Салауат»тың баш тренеры Венер Сафин. – Уларға бәхет, изгелек һәм иң мөһиме һаулыҡ теләйбеҙ. Беҙҙең килеүебеҙ әҙ генә булһа ла ҡыуаныс алып килгәндер, тип ышанам. Беҙ һәр саҡ бында ҙур теләк менән киләбеҙ, һеҙҙең менән аралашыу беҙгә ҙур кинәнес бирә. Бындай осрашыуҙар йола булараҡ артабан да дауам итер, тип ышанам. Беҙ һеҙҙе ныҡ яратабыҙ!

http://www.bashinform.ru/bash/421353/
 
Башҡортостан архитекторы Японияның абруйлы премияһына лайыҡ булды
Башҡортостан, "Башинформ", 16 декабрь 2011.

Башҡортостан архитекторы Ришат Муллагилдин абруйлы «AIDA AWARDS-2011» премияһына лайыҡ булды. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Йыл һайын бирелә торған билдәле Япония архитекторы Такефуми Айда исемендәге премия Японияла 2000 йылдан алып Сибаура технология институты менән «Профессиональ ҡаҙаныштар ярҙамында бөгөнгө йәмғиәтте үҫтереүгә уникаль өлөш индергән өсөн» тапшырыла. Премия жюрийы составына Японияның билдәле хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ үткән йыл лауреаттары инә.

Быйыл яҡташыбыҙ менән бер рәттән йәнә ике кеше (Соекава Митсуи, Тетсуя Нисида) премия лауреаты булды. Әйтергә кәрәк, Ришат Муллагилдин – тәүге сит ил лауреаты.

http://www.bashinform.ru/bash/420218/
 
Башҡортостан боксеры Хәбир Сөләймәнов Мексикала еңеү яуланы
Башҡортостан, "Башинформ", 16 декабрь 2011.

Билдәле башҡорт боксеры, Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы егете Хәбир Сөләймәнов Мехикали ҡалаһында (Мексика) үткән сираттағы профессиональ көрәштә еңеү яуланы.

Уның ағайы, шулай уҡ билдәле боксер Сабир һүҙҙәренсә, был профессиональ боксерҙар өсөн 8 раундтан торған рейтинг көрәше булған. Хәбир Сөләймәнов 54 килограмм ауырлыҡ категорияһында сығыш яһаған, уға ҡаршы Мексикала йәшәүсе Хорхе Герреро көрәшкән. Еңеү өсөн Хәбиргә бер генә раунд кәрәк булған.

Бынан алда Хәбир Сөләймәнов Америка Ҡушма Штаттарында 12 рейтинг көрәшендә еңгән. Алда йәш спортсыны яңы көрәштәр һәм, моғайын, яңы еңеүҙәр көтәлер.

Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге даими вәкиле Мөхәмәтулла Хәфизов та боксерҙы еңеү менән ҡотланы.

http://www.bashinform.ru/bash/420494/
 
Бангладеш делегацияһы Башҡортостандың аграр сәнәғәт комплексы предприятиелары менән танышты
Башҡортостан, "Башинформ", 13 декабрь 2011.

БР Ауыл хужалығы министрлығы етәкселегенең, республикалағы эре аграр сәнәғәт комплексы предприятиелары вәкилдәренең Бангладеш Халыҡ Республикаһы делегацияһы менән осрашыуында Бангладешты аҙыҡ-түлек продукцияһы менән тәьмин итеү мәсьәләләре ҡаралды. Ҡунаҡтар делегацияһын Бангладеш Халыҡ Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Сайфул Хок, Аҙыҡ-түлек һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының аҙыҡ-түлек мәсьәләләре буйынса секретары Барун Дев Митра, уның урынбаҫары Кхандокер Атиар Рохман етәкләй, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Башҡортостан — Рәсәй Федерацияһындағы аҙыҡ-түлек продукцияһы етештереүсе иң ҙур төбәктәрҙең береһе. Аҙыҡ-түлек игене генә бында йыл һайын 3 млн тоннанан ашыу күләмдә етештерелә. Игенгә илдәге эске ихтыяж 2,4 млн тоннаны тәшкил итә. Башҡортостан был культураның миллион тонна самаһы артып ҡалған өлөшөн Рәсәйҙә, шулай уҡ сит илдәргә һатыуға хоҡуҡлы.

Территорияһы буйынса Башҡортостанға тиң Бангладеш Республикаһында 160 млн кеше йәшәй. Элек республика 2 млн тонна самаһы иген үҫтергән. Әле уның күләме миллион тоннаға тиклем кәмегән. Шуға күрә аҙыҡ-түлек продукцияһын ситтән ҡайтарыу көнүҙәк мәсьәләләрҙән иҫәпләнә. Мөнәсәбәттәрҙе артабан үҫтереү Бангладешҡа аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге мәсьәләһен хәл итергә ярҙам итәсәк һәм был хеҙмәттәшлек ике яҡҡа ла файҙалы буласаҡ.

Башҡортостан Бангладешҡа арыш, ҡарабойҙай, көнбағыш та тәҡдим итә ала. Эре мал иҫәбе һәм һөт етештереү буйынса Рәсәйҙә алдынғы урында булғанға күрә, Башҡортостан киптерелгән һөткә лә экспортҡа оҙатырға мөмкин булған продукт итеп ҡарай.

Бангладештан килгән ҡунаҡтар Башҡорт дәүләт аграр университеты менән танышты. Улар үҙҙәренең студенттарын беҙҙең илдәге аграр вуздарҙа уҡытырға теләй.

http://www.bashinform.ru/bash/419170/
 
<< Başlat < Önceki 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 Sonraki > Son >>

Sayfa 4 > 31
  TKA 2008